Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы ирекмәндәре цехы эшләп килә

Меңенсе маскировка селтәре әҙер. Өфөлә йылдан ашыу «Берҙәм Рәсәй» партияһы ирекмәндәре цехы эшләп килә. Ханымдар иртәнән кискә тиклем арымай-талмай яугирҙарға маскировка селтәре үрә. Уларҙың барыһын да Еңеүҙе яҡынайтыу ниәте берләштерә. Ошо арала ғына ирекмәндәр яугирҙарҙың заявкалары буйынса алғы һыҙыҡҡа 2 УАЗ автомобиле, радиоэлектрон көрәш системалары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәргән. Әлеге ваҡытта маскировка селтәрен әҙерләү өсөн ярҙамсы ҡулдар талап ителә. Ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылырға теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон номерына шылтырата ала.

Шулай уҡ Курск өлкәһендә зыян күреүселәргә лә гуманитар ярҙам йыйыла. 6 октябргә тиклем йылы кейем, аяҡ кейемдәре, йоҡо һәм гигиена кәрәк-яраҡтары, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек килтерергә мөмкин. Әйберҙәрҙең яңы булыуы мөһим. Өфөлә посылкаларҙы «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре ҡарамағындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына килтерергә мөмкин. Республика халҡы акцияға әүҙем ҡушылған да инде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ