Документҡа Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һәм Курск хакимиәте етәксеһе Игорь Куцак ҡул ҡуйҙы. Башҡортостандан Курск өлкәһенә гуманитар ярҙам алып барылды. Йыуыныу кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, йылытыу приборҙары килтерелде. Хәрбиҙәргә 200 дрон, УАЗ машинаһы, радиоэлектрон көрәш ҡорамалдары тапшырылды. - Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе артабан үҫтерәсәкбеҙ. Иң мөһиме - бергә булырға. Беҙ - бер ил",- тине Ратмир Мәүлиев.







