Радий Хәбиров административ кодексҡа төҙәтмәләр тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, йәмәғәт урындарында вейп, кальян һәм башҡа составында никотин булған ҡатнашмалар тартыу тыйыла. Законды боҙоусыларға 500 һум штраф һалына. Әлегә тиклем йәмәғәт урындарында ябай тәмәкене генә тартыу тыйылғайны.







