Баймаҡ ҡалаһында «Йәйге шайморатовсылар уйынының» төбәк этабы үтте

Ярыш-уйындың төп маҡсаты йәш быуында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, сәләмәт тормош алып барыу, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыуға йүнәлтелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡ ҡалһының «Труд» стадионында «Йәйге шайморатовсылар уйындары»ның төбәк этабы үтте. Рәсәй Федерацияһы геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубокты алыу өсөн Урал аръяғы райондары, һәм ҡалаларынан 33 команда йыйылды. Уҡыуҙа, спортта иң‐иңдәр йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, турникта тартылыу, туптар менән йүгереү, дүңгәләккә туп индереү һәм эстафета ярыштарында 300 уҡыусы үҙ-ара көс һынашты.

Мауыҡтырғыс ярыштың бөтә этаптары ла бик көсөргәнешле барҙы. Уҡыусылар үҙҙәренең тиҙлеген, етеҙлеген, тапҡырлығын һәм зирәклеген, берҙәмлеген һәм командала эшләй белеүен күрһәтте. Шайморатовсылар әйтеүенсә улар был уйындарға ҙур теләк менән килә һәм йыл дауамында әҙерләнә.

Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар Башҡортостан республикаһы мәғариф һәм фән Министрлығы дипломдары менән бүләкләнде. Ә инде Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе, Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ - территориаль берәмеге ҡала округының 1-се Урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Баймаҡ полилингваль лицей‐интернаты, Йылайыр ауылының Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Ҡырмыҫҡалы районында үтәсәк республика йәйге шайморатов уйындарында ҡатнашасаҡ.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ