Федерация субъекттарында хеҙмәт баҙарындағы хәлде баһалау өсөн РИА Яңылыҡтар аналитиктары 2023 йыл йомғаҡтары буйынса хеҙмәт баҙары буйынса төбәктәр рейтингын төҙөгән.
Дөйөм алғанда илдең 83 төбәгендә хеҙмәт баҙарындағы хәл ыңғай яҡҡа үҙгәргән. Рейтингты иҫәпләгәндә, тикшерелгән өлкәләге хәлде билдәләүсе һигеҙ күрһәткес анализланған. Улар - хеҙмәт хаҡы кимәлен, мәшғүллекте, хеҙмәт шарттарын үҙ эсенә ала. Былтырғы һөҙөмтәләр менән сағыштырғанда, лидер төбәктәр рейтингтың юғары өлөшөндә үҙ позицияларын һаҡлап ҡалған. Тәүге өс урынды 90 -дан юғрыраҡ балл менән Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Мәскәү өлкәһе биләй. Дүртенсе урында 84, 60 балл менән -Татарстан, ә бишенсе баҫҡысҡа 82,66 балл менән Башҡортостан күтәрелгән.






