Башҡортостанда студенттар исемле стипендияларға лайыҡ булды

Башҡортостан Хөкүмәте уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә уңышҡа өлгәшкән студенттарға исемле стипендиялар тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Рауил Бикбаев, Мостай Кәрим, Ирек Мөҡсинов һәм Сосланбәк Тавасиев исемендәге дәртләндереү сараларына һигеҙ кеше лайыҡ булған. Уларҙың күбеһе Өфө фән һәм технологиялар университетында белем ала. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Миләүшә Яхина Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына бала сағынан ғашиҡ. Бөйөк әҙиптең әҫәрҙәре уға буласаҡ һөнәр һайлауға ла тәьҫир иткән. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған ҡыҙ Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында 4-се курста белем ала. Яңыраҡ яҡшы уҡығаны һәм уңышлы ғилми эшмәкәрлек алып барғаны өсөн Мостай Кәрим исемендәге стипендияға лайыҡ булған.

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетының алты студенты исемле стипендия ала башлай. Уларҙың өсәүһенә күренекле юрист, хоҡуҡ белгесе, Башҡортостан Конституция судының беренсе рәйесе Ирек Мөҡсинов исемендәге дәртләндереү сараһы тапшырылһа, араларында Мостай Кәрим һәм Рауил Бикбаев исемендәге стипендияларға лайыҡ булыусылар ҙа бар. Был уңышҡа аспиранттар ҙа өлгәшә ала.

Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты магистранты Айгүзәл Муллағолова Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға тәҡдим ителгән. Ғөмүмән, юғары уҡыу йорто стеналарында йәштәрҙе дәртләндереүсе саралар байтаҡ. Факультетта белем алыусылар өсөн генә ҡаралған исемле стипендиялар ҙа бар.

Башҡортостанда әүҙем йәмәғәт эше алып барған, ирекмәнлек менән шөғөлләнгән юғары уҡыу йорто студенттарына ла исемле стипендия түләнә башлаясаҡ. Уҙған аҙнала республика башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙең дәртләндереү сараһы булдырыу тәҡдимен хуплап, төбәктең мәғариф һәм фән министрлығына тейешле саралар күрергә ҡушты

Уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары күрһәткестәргә ирешкән аспиранттар, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары Башҡортостан башлығы стипендияһына ла дәғүә итә ала. Йыл һайын дәртләндереү сараһы ике йөҙҙән ашыу кешегә тәғәйенләнә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ