Тәжрибә майҙансыҡтарында балалар баҡсалары, мәктәп етәкселеге идара итеү һәм стратегик планлаштырыу буйынса белемен камиллаштырһа, тәрбиәселәр, уҡытыусылар мәғариф өлкәһенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында фекер алыша, һәләтле балалар, ата-әсәләр менән эшләү алымдарын үҙләштерә. Эшлекле программанан тыш, күргәҙмә лә ойошторолған. Унда методик ҡулланмалар һәм уҡыу әсбаптары тәҡдим ителә.



