Республика мәктәп ашханаларында меню төрләндерелде

Уҡыусыларға бушлай бер нисә гарнир, ит һәм эсемлек тәҡдим ителә. Яңылыҡтың төп идеяһы - ассортиментты арттырып, йәш организмды кәрәкле файҙалы элементтар менән тәьмин итеү. Бөгөн яңы меню республиканың 35 муниципалитетында айырым мәктәптәрҙә индерелгән. Бының өсөн ашхананың техник тәьминәте юғары булырға тейеш. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова дауам итә.

Был кафе түгел, ә мәктәп ашханаһы. Һәр уҡыусы үҙенә теләгән ризыҡ һайлай ала. Һәр уҡыусы һәр төрлө ризыҡ ярата, шуға менюҙа бөгөн макарон, борсаҡ һәм арпа бутҡаһы, ит. Эсемлеккә какао, кофе йәки сәй һайларға мөмкин.

Менюҙың төрлө булыуы миңә оҡшай. Уңайлы. Әйтәйек, аллергия булмаған ризыҡты һайлап була. Йышыраҡ мин макарон, иҙелгән картуф алам.

Арина Сабитова, Октябрьский ҡалаһы 20-се мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы

Әле төрлөләндерелгән меню тик өлкән кластар өсөн генә тәғәйенләнгән. Тәнәфес ҡыҫҡа, кескәйҙәр батмус күтәреп йөрөгәнсе, сыуалыш хасил була. Шуға уларға алдан өҫтәл әҙерләнә. Бешереп өлгөрөр өсөн, ашнаҡсылар эшкә таңғы сәғәт 6-нан килә.

Төрлөләндерелгән меню хаҡы шул уҡ - 76 һум. Йәғни, ата-әсәләргә уның өсөн өҫтәп түләргә кәрәкмәй. Был бушлай туҡланған балаларға ла ҡағыла. Меню 10 көн һайын алмашынып тора. Ашханала талондар системаһы ла булдырылған.

Белем усаҡтарына ризыҡ Мәктәп туҡланыуы комбинатынан килтерелә. Ул ҡалала урынлашҡан, йәмғеһе 16 мәктәп һәм 27 балалар баҡсаһын хеҙмәтләндерә. Бында бешеренеү өсөн йәшелсә-емеш эшкәртелә, ит ризыҡтары әҙерләнеп туңдырыла.

Ит, һөт, икмәк ҡала һәм республика етештереүселәренән алына. Цехтарҙа таҙа, бар санитар талаптар үтәлә.

Мәктәптәрҙә яңы меню әле тәжрибә рәүешендә индерелә. Киләсәктә ул республиканың бөтә урта белем биреү учреждениеларында ла эшләй башлар тип күҙаллана.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ