Ойошма республика медицина-генетика үҙәге базаһында урынлашҡан. Ярты йыл самаһы элек эш башлаған ойошмала бөгөн 500-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ медицина тикшереүе үтеп, белгестәрҙән квалификациялы ярҙам алған. Ул Башҡортостанда үҫмерҙәрҙең репродуктив һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән илдәге икенсе үҙәк. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
12 йәшлек Тамерланға көн һайын табипҡа барырға тура килә. Үҫмерҙең әсәһе улының репродуктив һаулығын һаҡлау үҙәгенә үҙе мөрәжәғәт иткән. Сөнки был заман талабы.
Ҡайһы бер үҫмерҙәр өсөн табиптар менән йәшерен һөйләшеү ауыр бирелә. Әммә был үҫмерҙәрҙең репродуктив һаулығын һаҡлау үҙәгенә хас түгел. Сөнки, белгестәр проблемаларҙы төрлө яҡлап хәл итергә тырыша.
Ойошма 2024 йылдың мартында 10-дан 17 йәшкәсә пациенттар өсөн Республика медицина-генетика үҙәге базаһында асыла. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ мәктәптәргә лекциялар менән йөрөй, шәхси ҡабул итеүҙәр ҙә ойоштора. Яҡын арала бында психолог менән төркөм дәрестәре үткәреү өсөн конференция залын асыу күҙаллана.
Бынан тыш, үҙәктә нәҫел ауырыуҙарын тикшереү өсөн дә барлыҡ шарттар булдырылған. Учреждение заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
Үҙәккә балалар төрлө йүнәлештәге табиптарҙан бушлай консультация алыу менән бергә, тулы лаборатор тикшереү үтә ала. Яңы медицина учреждениеһының төп маҡсаты - үҫмерҙәрҙә һаулыҡҡа яуаплы мөнәсәбәт булдырыу.
Азат Ғәлиуллин



