Кескәйҙәр ҡаласығын «Башнефть» компанияһы төҙөгән. Был эш Башҡортостан менән «Роснефть» араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүенә ярашлы башҡарылған. Заманса уйын биләмәһен асыу тантнанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Өфөнөң 2-се балалар баҡсаһы баш ҡаланың иң боронғо һәм билдәле мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының береһе. Әммә ваҡыт үтеү менән ул заман талаптарына яуап бирмәй башлай, төҙөкләндереү талап ителә. Шуға күрә лә һуңғы йылдарҙа балалар баҡсаһының ҡыйығы алмаштырыла, ремонт эштәре үткәрелә. Хәҙер инде уйын майҙансығын да танырлыҡ түгел.
Кескәйҙәр хәҙер «Башнефть» компанияһы, уның эшмәкәрлеге тураһында яҡшы белә. Әкиәттәге һымаҡ сағыу, заманса балалар ҡаласығы ошо предприятие ярҙамында төҙөлгән. Майҙанда уйнарға ғына түгел, һөнәри йүнәлеш, файҙалы мәғлүмәттәр алырға ла, спорт менән шөғөлләнергә лә мөмкин.
Мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһына әлеге ваҡытта 123 бала йөрөй. Өлкәндәр фекеренсә, кескәйҙәр өсөн уңайлы, хәүефһеҙ майҙансыҡ төҙөлөүе көтөп алынған һәм ҡыуаныслы ваҡиға. Хәҙер һәр төркөмдөң үҙ уйын ҡаласығы буласаҡ.
Башҡортостан менән компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүенә ярашлы һуңғы биш йылда республикала 300 социаль проект тормошҡа ашырылған. Мәғариф тармағында 30 объект төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән. Өфөнөң 2-се балаллар баҡсаһындағы уйын майҙансығы ла ошо күләмле социаль эшмәкәрлектең бер сағылышы.
Рәмзиә Кәримова



