Баш ҡалала Сергей Образцов исемендәге ҡурсаҡ театры гастролдәре башланды

15 йылдан һуң, йәнә Өфө сәхнәһендә. Баш ҡалала Мәскәү ҡунаҡтары - Сергей Образцов исемендәге ҡурсаҡ театры гастролдәре башланды.

Танылған коллектив Өфө тамашасыһы өсөн үҙенең алтын фондынан «Ғәҙәти булмаған концерт» «Конёк-горбунок» һәм «Алладиндың тылсымлы лампаһы» спектаклен алып килгән. Гастролдәрҙе башлар алдынан, театр етәкселеге һәм артистары киң мәғлүмәт саралары менән осрашты. Улар Өфөгә 15 йыл элек тә ошо спектаклдәр менән килгән булған. Йылдар үтеү менән актерҙар составы үҙгәргән, декорациялар яңыртылған. Шуға күрә ижади коллектив республиканың кескәй тамашсылары постановкаларҙы ихлас ҡабул итер тигән ышаныста. Мәскәү артистарының гастролдәре 4 көнгә иҫәпләнгән. Әйткәндәй, улар яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 93-сө ижад миҙгелен асыу сиктәрендә сығыш яһай.

Бөгөн тәүге спекталде күрһәтәбеҙ. Ҡурсаҡ театры Бина күҙгә күренеп үҙгәргән, фойе, тамашасылар залы матурайған. Ә театрҙы техник йәһәттән спектаклдән һуң баһаларбыҙ. Кескәй тамашасыларыбыҙҙы көтөп ҡалабыҙ

Александра Горбунова, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, С. Образцов исемендәге ҡурсаҡ театры актрисаһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ