«Торатау» конгресс-холында өлкән йәштәгеләрҙең ижадына арналған «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең гала-концерты үтте.
13 -сө тапҡыр ойошторолған фестиваль быйыл Ғаилә йылына арналды. Конкурс программаһында ғаилә коллективтары, шул иҫәптән ғаилә парҙары һәм дуэттар ҡатнашты. Һайлап алыу этабы республиканың 7 районында уҙған. Фестиваль йомғаҡтары буйынса Гран-приға Ейәнсура районынан «Үҫәргән егеттәре» халыҡ вокаль ансамбле менән Октябрьский ҡалаһынан «Тальянка» халыҡ вокаль ансамбле лайыҡ булды.
Ижади бәйгелә республика төбәктәренән 55 йәштән өлкән 2500 кеше ҡатнашҡан. Коллективтар һәм айырым башҡарыусылар вокал, бейеү, инструменталь башҡарыу, әҙәби әҫәрҙе художестволы уҡыу һәм үҙенсәлекле жанр номинацияларында сығыш яһаған. Конкурста 383 ижади номер ҡаралған. уларҙың иң-иңдәре гала-концертта сығыш яһаны.



