Рәсәйҙә хеҙмәт баҙарындағы хәлгә бәйле лидерҙар иғлан ителде

Рейтинг ил төбәктәрендәге эш хаҡы кимәлен, мәшғүллекте, хеҙмәт шарттарын сағылдыра. Тәүге урындарҙа Мәскәү һәм Санкт-Петербург килә. Мәскәү өлкәһе өсөнсө урында, 4-се баҫҡыста Татарстан, Башҡортостан бишенсе урында. Һуңғы йылдарҙа илдең хеҙмәт баҙарында үҙенсәлекле шарттар барлыҡҡа килде. Етештереү ҡеүәте арта. Шул уҡ ваҡытта кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Был иһә иҡтисадтың байтаҡ тармаҡтарында эш хаҡы күтәрелеүгә килтерҙе. Рейтингты төҙөүселәр билдәләүенсә, хеҙмәт баҙарындағы хәл яҡшырған. Өфө Фән һәм технологиялар университетының карьера үҙәге етәксеһе Айбулат Хөсәйенов.

Рәсәйҙә хеҙмәт баҙарындағы хәлгә бәйле лидерҙар иғлан ителде

Бөгөн илдә эшһеҙлек кәмей. 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса ла илдә хеҙмәт баҙарында ыңғай үҫеш күҙәтелеүе көтөлә.

Фото №1 - Рәсәйҙә хеҙмәт баҙарындағы хәлгә бәйле лидерҙар иғлан ителде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ