2030 йылға авария хәлендәге торлаҡтан 14 меңдән ашыу кешене күсереү ҡарала

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала белдерҙе. Яңы федераль программаға ярашлы, 38 муниципалитетта 565 күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙе фатир менән тәьмин итеү бурысы тора. “Программа  “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Башҡа варианттар ҙа ҡарала. Хакимиәттәргә авария хәлендәге биналарҙы биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү килешеүҙәренә индерергә тәҡдим итәбеҙ. Улар урынына социаль инфраструктуралы яңы кварталдар ҡалҡып сығырға тейеш. Беҙ халыҡ өсөн заманса йорттарҙа уңайлы шарттар булдырабыҙ”, - тип яҙған Радий Хәбиров. 2019 йылдан алып 2023 йылға тиклем федераль үҙәк ярҙамында иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгән 9 мең кешегә яңы фатир   бирелгән.

Фото №1 - 2030 йылға авария хәлендәге торлаҡтан 14 меңдән ашыу кешене күсереү ҡарала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ