Иртәгә еңел атлетика, саңғыла йөрөү һәм спорт ориентиры буйынса ярыш була. Ҡатнашыусыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе “Өфө йүкәләре” тип аталған һуҡмаҡҡа саҡыралар. Ул Спорт һарайы артында урынлашҡан. Эстафета көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт менән баш ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.







