Табиптар белдереүенсә, омикрон штамы өҫтөнлөк итә. Ул сирлеләрҙең 98 процентында раҫланған. Республикала шулай уҡ тын юлдары инфекцияһы артыуы күҙәтелә. Ауырыусыларҙың бер өлөшө балалар. Поликлиникаларҙа гриптан вакцина яһала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, прививка кампанияһын 1 декабргә тиклем тамамлау ҡарала.




