Башҡортостанда етештерелгән индустриаль двигатель тәжрибә рәүешендә файҙаланыла башланы

Ул компрессор станцияла тикшереү үткән һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәткән. Был илдең технологик суверенитетына сираттағы аҙым, тип белдергән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә. Газотурбиналы двигатель зәңгәр яғыулыҡты табыу һәм үткәреүҙә, электроэнергетика объекттарында файҙаланыла. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе белгестәре булдырған двигатель, элеккеһе менән сағыштырғанда, күпкә ышаныслыраҡ, тиҙерәк һәм сифатлыраҡ. Ул 120 мең сәғәт туҡтауһыҙ эшкә иҫәпләнгән. Яңы продукт «Ростех» дәүләт корпорацияһы, Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы, «Газпром» ойошмаһы һәм Башҡортостан араһындағы килешеү һөҙөмтәһе. Башҡортостан башлығы төбәк партнерҙарына рәхмәтен дә белдергән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ