Ишембай-Нефтсе совхозы юлының 4-се километрында «Лада Приора» автомобиленең 36 йәшлек водителе идара итеү һәләтен юғалта. Һөҙөмтәлә ул күперҙең тимер ҡоймаһына бәрелә һәм юл ситенә түңкәрелә. Юл фажиғәһендә транспорт хужаһы һәм уның 34 йәшлек пассажиры һәләк була. Әлеге осраҡ буйынса дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә. Бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Кеше ғүмер өҙөлгән тағы бер авария бөгөн иртән Мәләүез районында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Салауатта йәшәгән 31 йәшлек ир идара иткән «Пежо» автомобиле ҡаршы килгән «Ман» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомобиль водителе ашығыс ярҙам килгәнсе һәләк була. 59 йәшлек фура водителе зыян күрмәгән.
Тағы ла бер авария бөгөн иртән «Өфө-Инйәр-Белорет» автомобиль юлында теркәлгән. Архангел районында «Газель» һәм «Шкода Октавия» автомобилдәре бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Әбйәлил районынан 64 йәшлек «Газель» водителе һәм уның пассажиры дауаханаға оҙатылған. Дауаханаға шулай уҡ иномара водителе һәм уның ике пассажиры килтерелгән. Ваҡиға урынына хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшен координациялау өсөн Архангел районы прокуроры Айҙар Дәүләтов килгән.



