2030 йылға тиклем туберкулезды юҡҡа сығарыу. Ил етәкселеге һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре алдында ошондай бурыс ҡуя. Маҡсатҡа ирешеү медицинала етди үҙгәрештәр һәм дауалау алымдарын камиллаштырыуҙы талап итә. Бөгөн баш ҡалаға тотош Волга буйы федераль округы белгестәре йыйылып ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын өйрәнде.
Тәү ҡарашҡа амбициоз бурыс күренһә лә уны атҡарып сығырға мөмкин, ти белгестәр. Республикала был йүнәлештә эш етди алып барыла. Башҡортостанда туберкулез менән ауырыусылар һанын кәметеүгә өлгәшелгән. Кох таяҡсаларын йоҡтороу йөҙ мең кешегә өс ярым осраҡ тура килә. Ун йыл элекке күрһәткестәр менән сағыштырғанда, сирләүселәр 50 процентҡа кәмегән. Төбәк -ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар туберкулезды алдан иҫкәртеү, яңы дауалау алымдары ҡулланыу , әйләнешкә яңы препараттар индереү тураһында фекер алышты. Тап заманса дарыуҙар барлыҡҡа килеүе арҡаһында сирлене дауалау ваҡыты хәҙер күпкә ҡыҫҡарған.



