Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы XXXIV Халыҡ-ара Аксаков байрамын түңәрәк өҫтәл форматында ойошторҙо. Осрашыу баш ҡаланың билдәле фольклор коллективтары, саҡырылған ҡунаҡтар һәм студенттарҙың сығышы менән үрелеп барҙы. Мәғариф учреждениеһы йәш быуында юғары рухи һәм әхлаҡи сифаттар, Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләү, халыҡ ижадын һәм традицияларын пропагандалау маҡсатында йыл һайын ойоштора. Әйткәндәй, быйылғы байрам Аксаков халыҡ йорто, йә иһә хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрына нигеҙ һалыныуға - 115, Өфөләге Сергей Аксаков мемориал йорт-музейы директоры һәм яҙыусыһы Михаил Чвановтың 80 йәшлек юбилейына арналған.
Яҙыусы юбилейына арналған байрам саралары Аксаков баҡсаһында дауам итте. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, концерт номерҙары әҙерләнгәйне. Баҡса юлдары буйлап йөрөгән Аксаков дәүере халҡы кейемен кейгән актерҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Теләгән һәр кем улар менән фотоға төштө. Байрамда ҡатнашыусылар бер көнгә булһа ла, XIX быуат мөхитенә сумды. Байрамда Сергей Аксаковтың вариҫтары ла ҡатнашты.



