Яңы сквер Телеүҙәк артында, тарихи һыу башняһы майҙанында урынлашҡан. Майҙанда ағастар ултыртылған, ял өсөн уңайлыҡтар булдырылған. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарын тағы ла ниндәй яңылыҡтар көтә? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова дауам итә.
Ҡасандыр ташландыҡ хәлдә ҡалған һыу башняһы бөгөн яңы һулыш кисерә. Дөрөҫ, ваҡытында мәҙәни мираҫ объекты иғтибарҙан ситтә ҡалды. Бөгөн ул яңы скверҙың үҙенә тартып торған үҙәге һәм биҙәге. Ҡасандыр бөтә ҡаланы һыу менән тәьмин иткән манара тарихы быуаттан ашыу тарих һаҡлай.
Һыу башняһы Өфөнөң иң юғары нөктәһендә урынлашҡан. Әле өс ҡатлы бинала нимә урынлашасағы билдәһеҙ. Музей, китапхана, сувенирҙар кибете ойоштороу буйынса бер нисә башланғыс ҡарала.
Майҙан юлдары таш менән ҡапланған, эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Туристар өсөн сувенирҙар кибеттәре бар. Бында республика оҫталарының ҡул эштәрен һатып алырға мөмкин.
Яҡында ЗАГС булыуын иҫәпкә алып, йәш парҙар өсөн никахлашыу урыны ла булдырыласаҡ. Бынан тыш, яңы сквер Ағиҙел яр буйы менән тоташтырылыр, тип көтөлә. Граждандарҙың хәүефһеҙлеге өсөн бейек яр буйҙары кәртә менән уратыласаҡ.
Һыу башняһы скверы - баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына сираттағы бүләк. Эш бының менән генә тамамланмай, төҙөкләндереү артабан да дауам итәсәк.
Рәзилә Ғилметдинова






