Өфөгә Татарстандың дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле килде

Өфөгә «Бейеү - халыҡ күңеле» Халыҡ-ара хореография сәнғәте фестивале сиктәрендә Татарстандың дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле килде. Ижади коллектив бер сәхнәлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән сығыш яһаны. Донъя халыҡтары бейеүҙәре оркестр башҡарыуындағы тере музыка менән оҙатылып барҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ғәскәровсыларҙың күрше Татарстандың ижади коллективы менән берлектәге сығышын тамашасылар һағынып көтөп алды. Буласаҡ концертты артистар ҙа рекламаны. Шаяртыу менән спорттағы кеүек «мәҙәни йәшел дерби» тип тә атаны.

Был көндө ике коллектив та тарихи ваҡиға итеп ҡабул итте. Беренсенән, башҡорт профессиональ бейеү сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Фәйзи Ғәскәров заманында Татарстандың ошо уҡ ансамблендә эшләп китһә, икенсенән, коллектив Өфөгә 15 йылдан һуң килде.

Ижади коллективтар репертуарының иң өлгөлө, тамашасы яратып ҡабул иткән йыр-бейеү композицияларын тәҡдим итте. Ғәскәровсылар хәҙерге, шулай уҡ ансамблдең «алтын фонды»на ингән классик бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Ә инде фестиваль йолаһы буйынса ике ижади коллектив дуҫлыҡ бейеүенә баҫты. Хороводты тамашасылар аяғүрә алҡышланы. Ошондай уҡ киләһе мәҙәни осрашыу 6 ноябргә билдәләнгән. Был юлы ғәскәровсылар Дағстандың «Лезгинка» дәүләт академия атҡаҙанған ансамбле менән берлектә сығыш яһай.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ