Бөгөн Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Шишмәләге сауҙа барышында иң ҙур һәм ауыр ҡабаҡҡа конкурс ойошторолдо. Унда 40-тан ашыу баҡсасы ҡатнашты. Беренсе урынды Әр ауылынан Тимур Ситдиҡов яуланы. Ул үҫтергән ҡабаҡ ауырлығы - 40 килограмдан ашыу. Иҫке Муса ауылынан Динә Гәрәева үҫтергән ҡабаҡ 39 килограмға яҡын тартты. Ул икенсе урынға лайыҡ булды.
Ярышта тәҡдим ителгән ҡабаҡтарҙы райондың "Нурис" ойошмаһы һатып алған. Аҡса Махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам иҫәбенә күсерелә.








