Башҡортостанда Дим йылғаһының төбө таҙартыла

Шишмә районында ошо мәсьәлә  буйына  кәңәшмә үтте, тип хәбәр итә Тәбиғәттән  файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов. "Экология" милли проекты буйынса эштәр 2022 йылда уҡ башланған. Бөгөнгә йылға төбөн таҙартыу тамамланған, әле сығарылған сүпте ташыу эштәре бара. 35 километр арауыҡ тәртипкә килтерелгән. Билдәләнгән планды 1 ноябргә тиклем теүәлләү маҡсаты  ҡуйылған. Таҙартылған һыуға яҡын ауылдарҙа 6 меңгә яҡын кеше йәшәй.

Фото №1 - Башҡортостанда  Дим йылғаһының төбө  таҙартыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ