Өфөнөң 450 йыллығына арнап Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә Асыҡ ишектәр көнө үтте. Ике йөҙгә яҡын кеше банк эше тарихы менән танышып, финанс грамоталығын арттырҙы. Лекцияларҙа үҙеңде һәм яҡындарыңды кибермутлашыусыларҙан һаҡларға, ғаилә бюджетын төҙөргә өйрәттеләр, һаҡлыҡҡа аҡса йыйыу программаһы, һанлы һум тураһында мәғлүмәт еткерелде. Теләге булғандар оҫталыҡ дәрестәрендә, викторинала ҡатнашты. Балалар өсөн уйындар уҙғарылды.






