Был хаҡта социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. «Бер нисә йыл элекүҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа беҙҙә мотлаҡ ҙур, заманса реабилитация үҙәге барлыҡҡа киләсәк тип вәғәҙә бирҙем. Һәм был вәғәҙәмде үтәнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар ауырый. Бындай осраҡтарҙа улар өсөн иң яҡшы шарттар булдырырға, дауалау, реабилитациялау һәм уҡытыуҙың иң яҡшы методикаларын тупларға кәрәк», - тип яҙҙы төбәк етәксеһе.
Ул был комплекстың Волга буйы федераль округында иң ҙуры булыуын билдәләне. Унда балалар медицина һәм социаль реабилитация үтәсәк, параллель рәүештә уҡыясаҡ, шәхси һәләттәрен үҫтерәсәк, ата-әсәләр тейешле консультациялар һәм психологик ярҙам аласаҡ. «Салют республиканың төрлө муниципалитеттарында урынлашҡан 23 реабилитация үҙәге өсөн флагман, төп методик, координация үҙәге буласаҡ. Беҙҙең маҡсат-Башҡортостанда үҙенсәлекле балаларға заманса тикшеренеүҙәргә таянып сифатлы ярҙам күрһәтеү. Йыл һайын «Салют» аша 7 мең самаһы бала үтер тип иҫәпләйбеҙ», - тигән Башҡортостан башлығы.






