Шишмә районында тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумға йыйылды

Сара Шишмә районы хакимиәте, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, крайҙы өйрәнеүселәр, башҡорт ырыуҙары башлыҡтары ҡатнашлығында уҙҙы. Еразия күсмә халыҡтары цивилизациялар музейының визит үҙәгендә ойошторолған форум тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау, өйәрнеү, популярлаштырыу, крайҙы өйрәнеү өлкәһендә иң яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашыу майҙанына әүерелде.

Форум барышында махсус саҡырылған Рәсәй һәм Башҡортостан эксперттары сығыш яһаны. Тарих магистры , Рәсәй геральдистар союзы идараһы ағзаһы Кирилл Переходенко Башҡорт ырыуҙары геральдикаһы үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Эксперттар әлеге һынылышлы осорҙа Башҡортостанда тыуған яҡты өйрәнеү мәсьәләләрен һәм үҫеш юлдарын барланы. Бынан тыш тарихи-мәҙәни мираҫ обьекттарының төбәктең туристик потенциалын арттырыуҙағы роле, балалар һәм йәштәр менән крайҙы өйрәнеү эштәре формалары, ысулдары өйрәнелде. Эксперттар крайҙы өйрәнеүҙең иннвацион үҫештә мөһим урын алып тороуын билдәләп үтте.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ