«Өфө мозаикаһы-бөтә пазлдарҙы ла бергә йый» проекты Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Экскурсоводтар һәм гидтар берләшмәһе тарафынан тормошҡа ашырыла. Программаға ярашлы экскурсияла ҡатнашыусылар 4 сәғәт дауамында баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт итә, Өфө тарихы тураһындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша. Маршрутҡа Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлдәре, «Ете ҡыҙӨ фонтаны, заманса скульптуралар аллеяһы һәм башҡа объекттар индерелгән. Ҡатнашыусылар сәйәхәттән ҡәнәғәт. 450 йыллыҡ тарихи юбилейын билдәләгән Өфө танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, ти башҡала халҡы һәм ҡунаҡтары.






