Ҡырмыҫҡалы районында Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Кубогына «Йәйге Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте. Республика район-ҡалаларынан йыйылған командалар - «Шайморатов клас»тарында белем алыусылар физик әҙерлеген күрһәтеп, етеҙлеккә, мәргәнлеккә ярышты. Илһөйәрҙәр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Турникта тартылғанда барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә дөрөҫ үтәү шарт, юғиһә күтәрелеүҙәр иҫәпкә алынмай. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе уҡыусылары «Йәйге Шайморатов уйындары»ның һайлап алыу этабын уңышлы үтеп, республика кимәлендәге ярышҡа етди әҙерләнеп килгән. Малайҙар ҡул көсөн, сыҙамлығын күрһәтһә, ҡыҙҙар оҙонлоҡҡа һикереүҙә яҡшы күрһәткестәргә иреште. Үҫмерҙәр легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған яғы - Ҡырмыҫҡалы районында сығыш яһауҙың оло яуаплылыҡ өҫтәүен билдәләй.
Шайморатов кластарында белем алыусыларҙы берҙәм мәктәп формаһы буйынса танырға мөмкин. Уҡыу алдынғылары спортта ла һынатмай, башланғыс хәрби әҙерлек үтә. Ярыш барышында командаларҙың сафта йөрөү һәм йыр буйынса оҫталығы ҡаралды. Шулай уҡ үҫмерҙәр уҡтан атып мәргәнлеккә көс һынашты.
2020 йылдан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса мәктәптәрҙә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кластары ойошторола башлағайны. Бөгөн уларҙың һаны 251-гә еткән, хәрәкәттә биш меңдән ашыу уҡыусы булыуы билдәле. Шайморатов уйындарында ҡатнашып, улар үҙенә күрә имтихан да үтә. Төбәк кимәлендә иң көслө командаға күсмә кубок тапшырыла. Ҡышҡыһын да ошондай уҡ уйындар ойошторола.
Сараның тәүмаҡсаты - илһөйәр, рухлы һәм көслө быуын тәрбиәләү. Йәш шайморатовсыларҙың сығыштарын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар, хәрби бәрелештәр ветерандары ла күҙәтте. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ үҫмерҙәргә теләктәрен дә еткерҙе.
Сара сиктәрендә хәрби-илһөйәрлек клубтарының күргәҙмәһе эшләне, балаларға тарихи мәғлүмәт еткерелде. Шулай уҡ ярышта ҡатнашыусылар өсөн Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылына сәйәхәт тә ойошторолдо. Балалар легендар комдивтың тормош һәм яу юлына арналған күргәҙмә залы менән танышҡандан һуң, урындағы паркта һәйкәлгә сәскә һалыуҙа ҡатнашты
Гөлназ Хәйбуллина






