Яулыҡ ал, яугирҙарыбыҙға ярҙам ит

Республикала “Еңеү яулығы” акцияһы дауам итә. Ул Белорет ҡалаһында йәшәгән Резедә Сайдарова башланғысы менән ойошторолдо. Эшҡыуар етәкләгән ательела француз яулыҡтары тегелә. “Еңеүгә һәр кем өлөш индерә ала. Сағыу ләлә сәскәләре төшөрөлгән яулыҡтар беҙҙең берҙәмлектең символы булһын”, - ти Резедә Сайдарова.

Яулыҡ ал, яугирҙарыбыҙға ярҙам ит

Резеда Сайдарова махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән яугирҙарға ярҙам күрһәтә. Ирекмәнлек эше өсөн уға Рунет яҙыусылар берлегенең “Һаҡлаусы фәрештә” Почет билдәһе тапшырылды. “Еңеү яулығы” акцияһы тураһында ентекләберәк “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә уҡырға мөмкин. 

Фото №1 - Яулыҡ ал, яугирҙарыбыҙға ярҙам ит
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ