Федераль вице-премьер Дмитрий Чернышенко ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарҙы. Уның әйтеүенсә, хәҙерге геосәйәси шарттарҙа форум айырыуса әһәмиәткә эйә, был йыйын берҙәм ҡарарҙар әҙерләү майҙансығы булырға тейеш. - Халыҡ-ара эксперттар менән спорт берләшмәләре булдырыу һәм ярыштарҙың яңы форматы тураһында фекер алышабыҙ. Шулай уҡ Рәсәй спортын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы әҙерләнә, - тине ул. Халыҡ-ара форум Өфөлә 17-19 октябрҙә уҙғарыла. Төп саралар Көрәш һарайында үтә.







