Бөгөн Халыҡ-ара тәржемә көнө билдәләнә

Был тәржемәселәрҙең һөнәри байрамы. Бөгөн сит телдәрҙе белмәй тороп, икенсе дәүләттәр менән бәйләнеш урынлаштырып булмай. Сит тел белеү конкурентлыҡ һәләтен арттыра. “Хеҙмәт баҙарында бүтән телдә иркен аралашҡан белгестең баһаһы күтәрелә”, - ти эксперттар. “Оҫта тәржемәселәргә һәр ваҡыт ихтыяж ҙур”, - ти филология фәндәре докторы, профессор Рәхим Мерәҫов. Ғалим герман телдәре буйынса атаҡлы белгестәрҙең береһе иҫәпләнә.

Бөгөн Халыҡ-ара тәржемә көнө билдәләнә

Халыҡ-ара тәржемәселәр Федерацияһына 1953 йылда Парижда нигеҙ һалына. Әле ул 70-кә яҡын дәүләттән 100-ҙән ашыу тәржемәселәр ойошмаһын берләштерә.

Фото №1 - Бөгөн Халыҡ-ара тәржемә көнө билдәләнә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ