Республика йәмәғәтселеге танылған журналист Уйылдан Галинды һуңғы юлға оҙатты

Матәм митингында хөкүмәт вәкилдәре, коллегабыҙҙың яҡындары, дуҫтары һәм туғандары ҡатнашты. Уйылдан Нурғәли улы байтаҡ йылдар Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләне. Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан 24” телеканалы директоры урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. “Ул оҫта ойоштороусы, изге күңелле кеше булды”, - ти Уйылдан Галиндың коллегаһы, танылған диктор Флүрә Мурзина.

Республика йәмәғәтселеге танылған журналист Уйылдан Галинды һуңғы юлға оҙатты

Уйылдан Ғәлин хеҙмәт юлын радиола башлай. Бер нисә йылдан телевидениеға күсерелә. “Ул тапшырыуҙарында тормошто яҡтыртты, халыҡсан хәбәрсе булды. Беҙ унан өлгө алдыҡ”, - ти журналистың һөнәрҙәштәре Рәмзит Әбүләев, Салауат Заманов һәм Илдар Байбулатов.  

Республика йәмәғәтселеге танылған журналист Уйылдан Галинды һуңғы юлға оҙатты

Уйылдан Галинға 45 йәш ине. Ул тыуған ере – Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында ер ҡуйынына тапшырыла.

Фото №1 - Республика йәмәғәтселеге танылған журналист Уйылдан Галинды һуңғы юлға оҙатты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ