Колонна составындағы 15 йөк автомобиленә республика дәүләт органдары, 9 муниципалитет әҙерләгән әйберҙәр тейәлгән. Бүрәнә, бульдозер, генератор, маскировка селтәрҙәре, эсәр һыу, 4 мотоцикл, 375 пилотһыҙ осоу аппараты, хәрбиҙәрҙең яҡындарынан посылкалар һәм башҡа кәрәк -яраҡтар ебәрелде.
Йөк автомобилдәре водителдәре араһында яу юлы үткәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Алексей Носков Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт иткән. Яраланғандан һуң «Одесса» ҡушаматлы яугир тыуған яғына ҡайтарылған. Ике йыл дауамында ут эсенән яраланған яугирҙарҙы сығарған. Хәрби хәҙер гуманитар ылау илтеүҙә ҡатнаша. Был юлы ул 14-се тапҡыр оҙон юлға сыҡты.






