Өфөлә тележурналист Уйылдан Ғәлин менән хушлаштылар

Башҡортостан журналистикаһы оло юғалтыу кисерҙе. Коллегабыҙ Уйылдан Ғәлин вафат булды. Уға ни бары 45 йәш ине. Ғүмеренең күп өлөшөн ул яратҡан эшенә - телевидениеға хеҙмәт итеүгә арнаны. Уйылдан Нурғәле улы беҙҙең менән «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә эшләне.

Студент йылдарында уҡ Уйылдан Ғәлин «Юлдаш» радиоканалын тулыландырыу менән шөғөлләнде, унан телестудияға күсеп, хәбәрсенән алып мәғлүмәт тапшырыуҙары хеҙмәте мөхәрриренә тиклем юл үтте. Республика президенты хакимиәте һәм хөкүмәте журналистары пулында булды. 2011 йылда Уйылдан Нурғәле улы телевидение студияһының социаль-иҡтисади программалар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнгәйне, унда «Телеүҙәк», «Йәнле ауыл», «Арыҫлан ирҙәр клубы» һәм «Власть менән һөйләшеү» проекттарының авторҙашы һәм алып барыусыһы булды. һуңғы йылдарҙа ул “Башҡортостан” дәүләт теле-радиокомпанияһы филиалы директоры урынбаҫары булып эшләне. Уйылдан Ғәлин тыуған ере - Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында ерләнәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ