Бөгөн илебеҙҙә Донецк, Луганск халыҡ республикалары , Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыу көнө билдәләнә. Ике йыл элек беҙ тарихи ваҡиға шаһиты булдыҡ. Был төбәктәрҙә йәшәүселәр үҙҙәрен оло Рәсәйҙең бер өлөшө булып йәшәүгә теләк белдерҙе. Рухи, мәҙәни, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм әхлаҡи ҡиммәттәр буйынса яҡын халыҡтар йәнә бер ғаилә булып йәшәй башланы, тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә. Беҙҙең дөйөм тарихтың төрлө мәлдәрендә яугирҙар иңгә-иң терәшеп Ватанды һаҡлаған. Бергә дөйөм маҡсатҡа-ил үҫешенә табан барған тигән республика етәксеһе. Донбасс төбәктәренең Рәсәйгә ҡушылыу көнөндә Өфөлә автоуҙыш һәм концерт ойошторолдо.
Сәйәхәт автомобилдәрҙә булыуға ҡарамаҫтан, колонна башында боронғо Урал мотоциклы. Элекке берҙәм ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп, ти руль артында ултырған Таңатар Йосопов. Мотоциклын да ул үткәндәр шикелле үк ҡәҙерләп кенә һаҡлай. Техника ла һынатмай.
Етмештән ашыу автомобиль тигеҙ сафҡа теҙелеп Нефтсе стадионынан алып Патриот паркына тиклем барҙы. Һәр машинаны Рәсәй флагтары биҙәй . Ошо рәүешле акцияла ҡатнашыусылар илдең яңы төбәктәренә теләктәшлек белдерҙе.
Киев режимынан азат ителгән биләмәләр әүҙем төҙөкләндерелә. Был эшкә илдең барлыҡ төбәктәре лә ҡушылған. Башҡортостан Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһын шефлыҡҡа алып һәр яҡлап та ярҙам күрһәтә. Республика етәксеһе төҙөкләндереү барышын шәхсән күҙәтә. Һуңғы тапҡыр Донбассҡа барғанын да ул ҡаланың танымаҫлыҡ булып үҙгәреүен билдәләне.
Ошо көндәрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә сиратағы-135-се гуманитар ылау барып етте. Башҡортостан халҡы хәрбиҙәр һәм Красный Луч халҡына ла махсус техника һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары ебәргән.
Баш ҡаланың Аксаков паркында иһә Донбасс төбәктәренең Рәсәйгә ҡушылыу көнөнә арналған концерт уҙҙы. Акция яңы биләмәләр генә түгел, ә илебеҙ сиген яҡлаусы яугирҙарға дан йырлау сараһы ла.



