Радий Хәбиров «Сәләмәтлек поездары»ның быйылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

170 мең кеше ҡабул ителгән һәм 41 мең тикшереү үткәрелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Сәләмәтлек поездары»ның быйылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

Билдәле булыуынса, 6 йыл элек республикала алыҫтағы ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн күсмә медицина тикшереүе ойошторолдо. Уларҙа күсмә һаулыҡ үҙәктәре һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографтар һәм маммографтар, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм Республика кардиология үҙәге, «Ҡатын-ҡыҙ һаулығы» күсмә модуле ҡатнаша. Пациенттарҙы терапевтар һәм төрлө йүнәлештәге белгестәр, стоматологтар ҡабул итә. «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы быйыл 15 апрелдән 16 сентябргә тиклем үтте. Табиптар 55 муниципаль берәмектең 332 тораҡ пунктында булды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етди осраҡтар ҙа бар. 4 мең 200 кешенең социаль хәүефле сирҙәргә шикләнеүҙәре асыҡланған. Шул иҫәптән яман шеш, шәкәр диабеты һәм туберкулез. Акция йомғаҡтары буйынса меңдән ашыу кеше тикшереүгә ебәрелгән, 113-ө дауаханаға оҙатылған. «Республика халҡының сәләмәтлеген һаҡлау беҙҙең төп бурыс булып ҡала. 2030 йылға Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырырға тейешбеҙ. Һәм, әлбиттә, ауырыуҙарҙы ваҡытында диагностикалау беҙҙең эштә мөһим инструмент булып ҡала. Киләһе йыл был акцияны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Бөтәгеҙгә лә сәләмәтлек теләйем» тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ