Республикала һәм тотош ил кимәлендә уникаль комплекс. Радий Хәбиров «Салют»балалар реабилитация комплексын асыу тураһында иғлан итте. Йыл һайын 7 мең самаһы үҙенсәлекле бала реабилитация үтәсәк яңы учреждение 7 октябрҙә үҙ ишектәрен аса. Төбәктә объектты булдырыу башланғысын республика башлығы тәҡдиме менән тормошҡа ашырылды. Комплекс хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән әсәйҙәр өсөн тиҙҙән асыласаҡ реабилитация комплексында бәләкәй генә экскурсия ойошторолдо. «Йондоҙ» белем биреү үҙәге етәксеһе ата-әсәләргә яңы үҙәктә уҡыусылар өсөн ниндәй шарттар булдырылыуы хаҡында һөйләне. Бында 192 бала белем аласаҡ.
Яңы комплексты асылыуын Гөлсәсәк Бойкина түҙемһеҙләнеп көтә. Уның аутизим менән яфаланған балаһына нейрокоррекция үтергә, логопед менән шөғөлләнергә, бассейнға йөрөргә кәрәк. Бында үҙенсәлекле балалар һаулығын һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыла.
«Салют» балалар реабилитация комплексы - өс корпустан тора, уларҙың икәүһе өр-яңынан төҙөлгән. Бинаның дөйөм майҙаны 29 мең квадрат метрҙан ашыу. Республика өсөн генә түгел, бөтә ил өсөн уникаль объект. Бер ҡыйыҡ аҫтында бер юлы өс учреждение үҙ эшмәкәрлеген алып барасаҡ. Ғаилә. хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау,Мәғариф һәм фән министрлыҡтары. Улар бергәләп комплекста хеҙмәттәр күрһәтәсәк. Һәр министрлыҡ үҙ талаптары һәм ҡанундары буйынса эш алып бара. Уларҙың үҙ-ара эшләү механизмы төптән уйланып төҙөлгән.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса ярымстационарҙан тыш, бында республика балалар клиник дауаханаһының медицина реабилитацияһы бүлеге лә эшләйәсәк. Был заманса һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, техниканың һуңғы талабы буйынса йыһазландырылған. Ул 35 тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк һәм 10 көндөҙгө стационар койкаға иҫәпләнгән.
Яңы балалар реабилитация комплексы республика башлығы тәҡдиме буйынса төҙөлдө. 2019 Йылда Радий Хәбиров «Салют» балалар шифаханаһы базаһында бәләкәй пациенттарҙы комплекслы реабилитациялаған заманса үҙәк булдырырға ҡушты. Идея ғәмәлгә ашырылған тиергә мөмкин. Республика Башлығы хәбәр итеүенсә, уникаль объектты асыу тантанаһы 7 октябргә билдәләнгән.
Гүзәл Борханова



