Уларҙың берәүһе Нөркәй ауылында урынлашҡан. Һуңғы ике йылда «Илһөйәрҙәр» штабы ирекмәндәре 400-ҙән ашыу маскировка селтәрҙәре үргән. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова дауам итә.
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сикмәй, ә маскировка селтәрҙәре үрә. Был заман талабы һәм йөрәк ҡушыуы. Ауыл ирекмәндәренең бында килмәгән көнө юҡ. Буш ваҡытын йәлләмәй, улар яугирҙарыбыҙ өсөн тырыша.
Нөркәй ауылы ирекмәндәре фронтҡа ике йылға яҡын ярҙам итә. Башта селтәрҙәрҙе ҡулға нимә тура килә - мендәр, юрған тыштарынан етештерә. Ваҡыт үтә, ирекмәндәр ҙә оҫтара. Әле махсус материалды хәйриә аҡсаһына һатып алалар. Селтәрҙең төҫөн миҙгелгә тура килтереп үрергә кәрәклеген беләләр. Көҙ еткәнгә, башлыса һоро, сыбар таҫмалар ҡулланалар.
Ирекмәндәр яугирҙарҙар өсөн гуманитар ярҙам да туплай. Бөтә эш яугирҙар заказы буйынса эшләнә. Блиндаждарҙы ҡаплау өсөн селтәр генә түгел, һалдаттарға йәшенеү өсөн өҫ кейеме лә тегәләр.
Әле ирекмәндәр бригадаһында яҡынса 15 кеше. Башлыса хаҡлы ялдағы ханымдар. Изге эшкә ҡушылыусылар ни тиклем күберәк булһа, еңеү ҙә тиҙерәк киләсәк, тигән фекерҙә улар.
Рәзилә Ғилметдинова



