Башҡортостан йәмәғәтселеге Уйылдан Ғәлинды һуңғы юлға оҙатты

Башҡортостан йәмәғәтселеге билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлинды һуңғы юлға оҙатты. Хеҙмәттәшебеҙгә ни бары 45 йәш ине. Уйылдан Нурғәле улы беҙҙең менән «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә эшләне. Республика президенты хакимиәте һәм хөкүмәте журналистары пулында булды. Һуңынан, телевидение студияһының социаль-иҡтисади программалар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнгәйне, унда «Телеүҙәк», «Йәнле ауыл», «Арыҫлан ирҙәр клубы» һәм «Власть менән һөйләшеү» проекттарының авторҙашы һәм алып барыусыһы булды. һуңғы йылдарҙа ул «Башҡортостан» дәүләт теле-радиокомпанияһы филиалы директоры урынбаҫары булып эшләне. Күренекле журналист менән хушлашыу Телеүҙәк алдындағы майҙанда үтте.

Һәр мәсьәләгә етди ҡарашлы , күҙҙәре янып тороусы Уйылдан Ғәлин телевизор ҡараусыларҙы сәләмләй. Изге күңелле, ярҙамсыл, оло йөрәкле һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергиялы, алсаҡ, дуҫ белә булыусы кеше. Әсәһенә, тормош иптәшенә ныҡлы таяныс, ҡыҙҙарым тип өҙөлөп тороусы атай. Ул туғандары һәм коллегалары хәтерендә тап шулай булып ҡаласаҡ.

Ғүмеренең күп өлөшөн ул яратҡан эшенә - телевидениеға хеҙмәт итеүгә арнаны. Уйылдан Нурғәле улы 2003 йылда радионан күсеп, һөнәри юлын «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә хәбәрсе булып башлай. Тырыш, үҙ эшенең оҫтаһы булған журналист ниндәй генә темаға тотонһа ла еренә еткереп эшләне, тип иҫкә ала уны коллегалары.

Тура эфир, йөҙәрләгән командировка, сюжет, интервьюлар... Уйылдан Ғәлин «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына күсеп, унда милли тапшырыуҙар бүлеген етәкләй.

2018 йылда хеҙмәттәшебеҙ Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радио тапшырыуҙары компанияһы филиалының директоры урынбаҫары булып тәғәйенләнде. Хеҙмәте Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исеме менән баһаланды. Уйылдан Ғәлин һоҡланырлыҡ карьера ғына түгел, ныҡлы ғаилә лә ҡора. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе.

Билдәле журналист менән хушлашырға Телеүҙәк алдындағы майҙанға туғандары, дуҫтары, коллегаларынан тыш, сюжет геройҙары, күренекле шәхестәр йыйылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ