Сара Өфө районы Шамонин ауылында һәм Иглин районы Ҡалтыман ауылында була. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың 30 районынан вәкилдәр килеүе көтөлә. Шамонинда “Айыҡ ауыл” ярышы конкурсында еңеү яулаған ауылдар парады үткәрелә. Концерт, оҫталыҡ дәрестәре, спорт бәйгеләре, шулай уҡ конкурстың ойоштороу комитеты ултырышы уҙғарыла. Әле “Айыҡ ауыл” ярышының муниципаль этабы бара йәғни райондағы иң айыҡ ауыл асыҡлана. 1 декабрҙә республика этабы старт ала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина белдереүенсә, ярышҡа һәр ауыл үҙенсәлекле әҙерләнә.
Республиканың айыҡ ауылдарын бүләкләү сараһы киләһе йылдың апрелендә уҙғарыла. Конкурстың приз фонды 50 миллион һумға еткерелде. 3 октябрҙә Бөтә донъяла айыҡлыҡ һәм алкоголь менән көрәш көнө билдәләнә.




