Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арнала. Конкурста 6 йәштән алып һүҙ оҫталары ҡатнаша ала. Ғаризалар 8 октябргә тиклем ҡабул ителә. Сараны Өфө ҡалаһы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 6-сы китапханаһы ойоштора.




