Башҡортостан депутаттары эттәрҙе мотлаҡ теркәү мәсьәләһен күтәрә

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа йорт хайуандары менән мөнәсәбәттәр өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса сираттағы кәңәшмә үтте. Эшсе төркөм ағзалары - төрлө ведомство-министрлыҡ вәкилдәре, ветеринарҙар законға үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын тикшерҙе.. Уға ярашлы, берәҙәк эттәр барлыҡҡа килеү сәбәбен юҡ итеү тәҡдим ителә. Йорт хайуандарына электрон чип ҡуйылған осраҡта - уларҙың иҫәбе алып барыла. Шул уҡ ваҡытта берәҙәк эттәрҙең хужаһын табып, уны яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкинлеге лә ҡарала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ