Башҡарма комитет ағзалары осрашыуҙа башҡорт мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән күләмле проекттар менән таныштырҙы. Төп иғтибар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезынана әҙерлек мәсьәләлренә арналды.
Биш йылға бер тапҡыр үткәрелгән күләмле форум быйыл 12-14 декабрҙә Өфөлә уҙа. Төбәк йәмәғәт ойошмаһының киңәйтелгән йыйылышында Мәскәү ҡалаһының милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты вәкиле Наталья Подлегаева ҡатнашты. Ул күп йылдар дауамында Мәскәү менән Башҡортостанды ныҡлы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек бәйләүен билдәләне. Шулай уҡ ултырышта Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы составы һәм 6-сы съезға биш делегат һайланды.
Тантаналы сарала билдәле театр һәм кино режиссеры Александр Галибин ҡатнашты. Уға Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн мәҙәниәт өлкәһендә Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһы тапшырылды. Билден булыуынса, 2019 йылда режиссерҙың Мотсай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесына нигеҙләнгән «Һеңлекәш» исемле Рәсәй драмаһы сыҡты. Шулай итеп Мәскәүҙә уҙған ҡоролтай төп мәсьәләләрҙе тикшереү һәм бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн мөһим платформаға әйләнде.



