Туймазыла 20-нән ашыу ирекмәндәр үҙәге махсус хәрби операцияға ярҙам итә

Нөркәй ауылында “Илһөйәрҙәр” штабы волонтерҙары 400-ҙән ашыу маскировка селтәре үргән. “Фронтҡа даими ярҙам итәбеҙ. Селтәр үргән өсөн материалды хәйриә аҡсаһына һатып алабыҙ. Миҙгелгә ярашлы төҫтәр һайлайбыҙ”, - ти ирекмәндәр Филизә Ғәбиҙуллина һәм Зөлфиә Йосопова.

Туймазыла 20-нән ашыу ирекмәндәр үҙәге махсус хәрби операцияға ярҙам итә

Ирекмәндәр яугирҙарҙар өсөн гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша. Кәрәк-яраҡтар хәрбиҙәрҙең заказы буйынса әҙерләнә. “Һалдаттарҙы йәшерер өҫ кейеме лә тегәбеҙ”, - ти ирекмән Рүзилә Родичева.

Туймазыла 20-нән ашыу ирекмәндәр үҙәге махсус хәрби операцияға ярҙам итә

Әле Нөркәй ауылындағы ирекмәндәр төркөмө 15 кешенән тора. Улар хаҡлы ялдағы ҡатындар. “Еңеү тылда сүкелә. Изге эшкә ҡушылыусылар күберәк булһа, ул тиҙерәк яуланасаҡ”, - тигән фекерҙә волонтерҙар.

Фото №1 - Туймазыла 20-нән ашыу ирекмәндәр үҙәге махсус хәрби операцияға ярҙам итә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ