Ул онлайн ойошторола. Сарала һәр кем ҡатнаша ала. Олимпиада башҡорт телен өйрәнә башлағандар, иркен аралашҡандар һәм төрлө диалекттарҙа һөйләшкәндәр өсөн айырым үткәрелә. Туған телдән белем кимәлен һынап ҡарау өсөн 9 октябрҙән 11 –нә тиклем олимпиада сайтында теркәлеү үтергә кәрәк. Һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырыла. Проект Респубика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.




