Хәйбулла районында «Шәфҡәтлелек» айлығы буйынса «Ветерандар ихатаһына - хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы тамамланды. Өлкән йәштәгеләрҙе әүҙемләштереүгә, уларҙың мәшғүллеген ойоштороуға, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән сара хаҡында киләһе яҙмала.
Хәйбулла районында ун өсөнсө йыл рәттән «Ветеран ихатаһына - хәстәрлек һәм иғтибар» Бөтә Рәсәй проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Оло Әбеш ауылына Әбеш һәм Аҡъюл ауыл биләмәләренән әүҙем конкурсанттар йыйылды. Иң өлкән ҡатнашыусы Рәйсә Сайпановаға 82 йәш. Ул баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай, ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Яратҡан шөғөлдәре уға йәшәүгә дәрт һәм көс бирә.
Өҫтәлдәр ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән ҡайнатмаларҙан , киптерелгән үләндәрҙән, компоттарҙан һығылып тора. Жюри иғтибарын Әнисә менән Сәлимйән Әминевтар әҙерләгән ҡабаҡтан эшләнгән аквариум йәлеп итте. Ғаилә баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, хужалыҡ тота.
Йәшелсә, емеш-еләк хаҡлы ялдағылар тарафынан йәй дауамында ҙур тырышлыҡ һалып үҫтерелгән. Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Зәкиә Мусина йәшелсә-емештәрҙән тыш үҙенең ҡул эштәрен дә тәҡдим итте. Оло Арыҫланғолдан Лена Ибраһимова хаҡлы ялда булһа ла эшләүен дауам итә, хужалыҡ алып барырға ла өлгөрә.
Бөтә эштәр ҙә диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды. Конкурс өлкән быуын вәкилдәренә баҡсасылыҡ серҙәре менән уртаҡлашыу мөмкинлеге бирҙе. Өлкән йәштәгеләр бер-береһе менән аралашты, күңел күтәреңкелеге, яҡшы кәйеф алды.
Гүзәл Борханова



