Баймаҡта «Алтынға торошло ғүмер көҙҙәре» байрам кисәһе ойошторолдо

Бөгөн - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Был көндө хеҙмәт коллективтарында хаҡлы ялдағылар ҡатнашлығында байрам саралары үтте, сал сәсле ветерандарға ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерелле. Теманың дауамы Баймаҡтан әҙерләнгән яҙмала.

Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәге райондың мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеп, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булыусы ветерандарына «Алтынға торошло ғүмер көҙҙәре» исемле матур байрам кисәһе һәм сәй табыны ойошторҙо. Оҙаҡ йылдар мәҙәниәт йорттарында эшләгән ололар күрешеп, аралашты, бергә күңел асты. Уларҙың күптәре ауылдарының йөҙөк ҡашы булып әле лә сәхнәнән төшмәй, төрлө сараларҙа ҡатнаша, ансамблдар, ойошмалар етәкләй.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында ла ололар көнөнә арналған «Сағыу булһын ғүмер көҙҙәре» исемле байрам сараһы үтте. Китапхана янында эшләп килгән Рәйес Түләк исемендәге «Йәнгүҙәй» әҙәби‐ижад берекмәһе, «Теплые встречи», «Мастерица» клубы ағзалары, китапхананың шиғриәтте һәм йыр‐моңдо үҙ иткән тоғро дуҫтары йыйылды. Улар өсөн ретро йырҙар оҫтаһы, танылған баянсы Азамат Ишйәров сығыш яһаны.

Алтын көҙгә еткән ололарға бары иғтибар һәм йылы һүҙ етә. Йылына бер килгән байрамдарында уларҙы онотмай, ҡайғыртып тороусы коллегалары, балалары, яҡындары булыуы үҙе бер ҙур бәхет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ