«Юлдаш»тар Ишембайҙа оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә булды

1 октябргә тап килгән ике байрам - Ололар һәм музыка көнөн «Юлдаш»тар Ишембайҙа билдәләне. Радионың ижади төркөмө ҡаланың психоневрология интернатында булып, өлкән йәштәгеләрҙе һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ҡотланы. Мәҙәни программаға килгәндә, асыҡ һауалағы концертты «Теге өсәү» проекты егеттәре алып барҙы, шулай уҡ тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина һәм йырсы Зөлфир Басировтың йырҙарын ихлас ҡабул итте.

Мәҙәни программа ике сәғәт дауам итте. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре концерт ҡуйып ҡына ҡалманы, интернат тәрбиәләнеүселәренә иҫтәлекле бүләктәр ҙә өләште. Өлкәндәр - радионың даими тыңлаусылары, үҙҙәре лә йыр-моңға маһир. Әйткәндәй, коллегаларыбыҙ психоневрология интернатынан тапшырыуҙарға материал да тупланы. Сәфәрҙән әҙерләнгән яҙмалар тиҙҙән эфир тулҡындарына сығасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ