Башҡортостандан 120 студент үҙ бизнес-проектын тормошҡа ашырыуға 1 миллион һумлыҡ грант отҡан

«Университет технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы» федераль проектының «Студенттар стартабы» конкурсында еңеүселәр һаны буйынса республика өсөнсө йыл рәттән илдең алдынғы биш төбәге исемлегендә. Әүҙем йәштәр төбәктең башҡарма власть органдары, бизнесҡа ярҙам институттары вәкилдәре менән осрашып, проекттары һәм яңы идеялары менән таныштырҙы. Эшҡыуарлыҡ буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Рифат Ғәниев «Студенттар стартабы» конкурсына «Онлайн-ферма ҡушымтаһын эшләү» проекты менән сығып уңышҡа өлгәшкән. Программа тәьминәте ярҙамында һәр кем Салауат районындағы крәҫтиән-фермер хужалығы һәм контакт-зоопарк эшмәкәрлеге менән таныша ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ